Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 16:25

Яңы йылды Элвин Грей менән ҡаршы ал

Шәмбе, 31 декабрҙә, Каруанһарай алдындағы майҙанда Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) концерты була. Сығыш киске сәғәт 10-да башлана һәм куранттар төнгө 12 һуҡҡанға тиклем дауам итә. Инеү ирекле.

Яңы йылды Элвин Грей менән ҡаршы ал
Яңы йылды Элвин Грей менән ҡаршы ал

Был хаҡта артист үҙенең социаль селтәрендә хәбәр иткән.

«Һеҙ Яңы йылды нисек ҡаршылайһығыҙ? Ғаиләгеҙ  менәнме? Дуҫтар менән? Өйҙә йә ҡунаҡта булырһығыҙмы?  Ә мин Яңы йылды сәхнәлә кешеләргә матур кәйеф бүләк итеп ҡаршы алмаҡсымын. Унда күмәкләшеп куранттар төнгө 12-не һуҡҡанға тиклем секундтарҙы иҫәпләйәсәкбеҙ. Был төндө хыялдар тормошҡа ашырға тейеш, шуға күрә һеҙҙе 31 декабрҙә киске сәғәт 10-да көтәп ҡалам. Инеү бушлай. Ата-әсәләрегеҙ, балаларығыҙ, дуҫтарығыҙ менән килегеҙ. Барыһын да көтәбеҙ!» – ти артист.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в