Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 21:00

Яңы йылға үтенес

Күҙ астым да йомдом – йылым үтте, Йылдарымда бик аҙ айырма… Яңы йылым! Күпте һорамайым: Иҫке бәхетемдән айырма!   …Һау-сәләмәт булһын яҡындарым, Эшем булһын, булһын ашым да, Донъям артып торһон, йән киҫәгем Балҡып торһон гелән ҡаршымда.   Элеккесә йортом ҡотло булһын, Ишле булһын әйҙә мал-тыуар! …Иҫке декабрҙе этеп-төртөп, Тапап килә яңы ғинуар!   Кемгә яңы кәрәк – һораһындар! Күңелемде бер үк аҙҙырма! Өҫтәп бәхет бирһәң, ризамын, тик Иҫке бәхетемдән яҙҙырма?!   Фирүзә Абдуллина.    

Яңы йылға үтенес
Яңы йылға үтенес

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в