Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 22:30

Ҡуяндар конкурсында ҡатнашығыҙ, дуҫтар!

Күптәр 2023 йыл символын - ҡуянды үҙҙәренең ихаталарында, өй алдарында, боҙ ҡаласыҡтарында һынландырҙы. Әйҙәгеҙ, матур фотоларҙы социаль селтәр сәхифәләренә генә ҡуймайыҡ, "Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештәге" төркөмөндәге ярышында ҡатнаштырайыҡ!

Ҡуяндар конкурсында ҡатнашығыҙ, дуҫтар!
Ҡуяндар конкурсында ҡатнашығыҙ, дуҫтар!

Үрҙә беркетелгән пост аҫтына ҡуян һынландырылған ҡар-боҙ һындары һүрәттәрен һалығыҙ. Етерлек күләмдә тупланғас уларҙы беҙ тауыш бирергә ҡуйырбыҙ. Һүрәт аҫтына һынды кем эшләгән икәне тураһында ла яҙығыҙ.

Еңеүсе тәүге биш ҡуяндың фотоһүрәтен гәзиттә баҫтырыбыҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: