Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 11:41

Республикала Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ошоға бәйле указы сыҡты.

Республикала Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет булдырылды
Республикала Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет булдырылды

Совет БР Башлығы ҡарамағында эшләйәсәк. Уны Радий Хәбиров үҙе етәкләй. Урынбаҫары - БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. Совет секретары - БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Яңы берләшмә составына 70 сәнғәт һәм мәҙәниәт әһеле ингән. Улар араһында Владимир Сипиваков, Асҡар Абдразаҡов, Салауат Щербаков, Радий Юлъяҡшин бар.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше мәсьәләләре буйынса советтың тәүге ултырышы 30 декабргә тәғәйенләнгән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: