Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 15:30

Республика халҡы мутлашыусыларға ете миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Мәсетле районынан 28 йәшлек егеткә ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, билдәһеҙ кешенең уның аҡсаһын урларға маташыуы хаҡында хәбәр иткән. Был фактты ялған "полиция хеҙмәткәре" лә раҫлаған. Аферистар егетте онлайн кредит алып, дүрт миллион һум аҡсаны улар әйткән иҫәптәргә күсерергә өгөтләп күндергән...

Республика халҡы мутлашыусыларға ете миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Республика халҡы мутлашыусыларға ете миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Өфөнән 67 йәшлек ир Интернетта инвестиция компанияһын эҙләп табып, өҫтәмә табыш алыу маҡсатында заявка ҡалдырған. Бер аҙҙан ялған "брокер" уның менән бәйләнешкә ингән дә, "асыҡ иҫәпкә" 830 мең һум күләмендә аҡса һалырға кәрәклеген аңлатҡан. Ир уның кәңәштәрен тыңлап, бөтә йыйған аҡсаһын елгә осорған...

Тәүлек эсендә муттар 19 кешене кәкре ҡайынға терәгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в