Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 14:45

Парламентта - бай күргәҙмә

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителгән 2022 йыл тамамланыуға ҡарата БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республика рәссамдарының эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо.

Парламентта - бай күргәҙмә
Парламентта - бай күргәҙмә

Күргәҙмәне асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, парламенттың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин һәм башҡа депутаттар, шулай уҡ күргәҙмә әҫәрҙәре авторҙары – билдәле рәссамдар Рәлиф Әхмәтшин, Георгий Прокшин, Алексей Петриков, Владимир Панченко, Григорий Загвоздкин, Вәғиз Шәйхетдинов, Вәкил Шәйхетдинов ҡатнашты, тип хәбәр ителә Ҡоролтай сайтында.

Республика парламенты спикеры күргәҙмә ойошторғандары өсөн рәссамдарға рәхмәт белдерҙе һәм уларға артабан да ижади уңыштар теләне. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышында Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһен ойоштороу матур йолаға әүерелгән.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай.

Парламентта - бай күргәҙмә
Парламентта - бай күргәҙмә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: