Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 15:52

Кушнаренко районында пансионат асыласаҡ

Яңы социаль объектҡа инвестор аҡса һала.

Кушнаренко районында пансионат асыласаҡ
Кушнаренко районында пансионат асыласаҡ

Ошо көндәрҙә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Кушнаренко районының Ҡаңлы ауылында дәүләттеке булмаған пансионат төҙөү тураһында 40 йылға концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды. Пансионат 36 урынға иҫәпләнгән. Инвесторы – АНО ЦСОН «Доверие-Кушнаренково». Проектты ғәмәлгә ашырыуҙа кәм тигәндә 20 өҫтәмә эш урыны булдырыла.

Министр Ленара Иванова белдереүенсә, яңы объект өсөн ябылған элекке мәктәпте реконструкциялайҙар. Пансионат асылһа, йыл һайын 3,9 млн һум күләмендә аҡса йүнәлтеләсәк. 36 урындың 23-әүһен дәүләт тәьмин итәсәк, йәғни унда ятыусылар өсөн ҡаҙна аҡсаһы тотоноласаҡ, ҡалған 13 койка-урынға кеше коммерция нигеҙендә алынасаҡ.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: