Башҡортостан кинематографистары берлеге рәйесе Зөһрә Бураҡаева белдереүенсә, фильмды БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында "Башҡортостан" киностудияһы төшөрә. Режиссеры - Вилүрә Иҫәндәүләтова.
Төрлө ролдәргә һайлап алыуҙа 11 - 14 йәшлек малайҙар, 11 - 13 йәшлек ҡыҙыҡайҙар ҡатнаша ала. Рус телен белеү мотлаҡ. Кастинг видеояҙма буйынса алып барыла. Ғаризалар республика район һәм ҡалаларына ҡабул ителә.
"Башинформ" агентлығы яҙыуынса, видеояҙма 2 - 3 минутлыҡ булырға тейеш. Унда исем-фамилияны, буйҙы, йәште әйтергә, үҙең тураһында йә ҡыҫҡа шиғыр һөйләргә кәрәк.
Телефонығыҙҙы күрүәтеп, ошо почтаға юлларға: [email protected].
Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың был повесы бик билдәле, республика һәм ситтә лә таныулы, спектаклдәр ҡуйыла, китап төрлө телгә тәржемә ителгән.
Фото: "Башинформ".