Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 15:32

Киҙеүме, ковидмы?

Ауырыусылар көндән-көн арта бара. Киҙеү икән тип йөрөп, ковид булып ҡуймаһын, ваҡытында табипҡа күренегеҙ. 

Киҙеүме, ковидмы?
Киҙеүме, ковидмы?

Яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны   342 460  кешегә етте.  Тәүлек эсендә тағы ла 327 кешелә был сир асыҡланған. Әлеге ваҡытта 214 кеше дауаханала ковидтан дауалана. 12 кеше ауыр хәлдә, 4 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 1861 кеше  амбулатор режимда сиргә ҡаршы көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә тағы ике кеше яңы коронавирус инфекцияһынан һәләк булған.

  3 524 750 кеше ковидҡа ҡаршы  вакцинаның тәүге компонентын эшләткән.  3 338 013 кеше тулыһынса   вакциналанған. Тәүлек эсендә 4048 кеше  был сиргә ҡаршы вакцина эшләткән.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: