Билдәле булыуынса, Гөлназ Асаева үҫмер сағында Ришат менән осрашып йөрөгән. Билдәле булыуынса. Улар әле лә осрашып-аралашып тора икән. Хәҙер ижадташ дуҫтар йырҙар, съемкалар, аранжирокалар хаҡында һөйләшә
- Мин үҫәм, даими эшләйем. Тик Ришат ҡына бер ҙә үҙгәрмәй, бер төрлө юлдан барыуын дауам итә. Ысынын ғына әйткәндә, миңә уның менән ҡыҙыҡ түгел. Минең төрлө ергә барғы, яңылыҡтар туплайһы, төрлө стилдә эшләп ҡарағы килә. Миңә 15 йәш булғанда уның менән ҡыҙыҡ ине. Минән олораҡ булғас, унан күп нәмәләргә өйрәндем. Ул мине тырыш булырға, үҙ маҡсаттарыма ирешергә, йырларға өйрәтте. Ришат һәр ваҡыт спорт менән дуҫ булыуымды теләне. Ул барлыҡ дуҫына ла йүгерергә кәңәш итә. Йүгереү һулыш алыуҙы көйләй, артист кеше сәхнәлә матур булырға, кәүҙәһен төҙ тоторға тейеш, ти. Ришат мине бер ваҡытта ла идеаль ҡатын-ҡыҙ булараҡ күрмәне. Унан гел тәнҡит һүҙҙәре генә ишетә инем. Ләкин улар – мине яҡшы яҡҡа үҙгәртә торған фекерҙәр. Ул мине әле лә үҙгәрергә өндәй. Хәҙер минең дә, уның да үҙ тормошо. Уға бәхет кенә теләйем, – тип интервью биргән Гөлназ.
Фото: Т. Аманов