Иң тәүҙә финанс ярҙам эштән ҡыҫҡартылыу хәүефендәге хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуға, ҡабаттан уҡытыуға, түләүле йәмәғәт эштәрен ойоштороуға тотоноласаҡ. Республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа тағы 13,8 млн һум аҡса йүнәлтелә.
Былар барыһы ла "Демография" милли проектының ярлылыҡты кәметеүгә бәйле маҡсаттарын ғәмәлгә ашырыу булып тора.
Фото: Минтруд РБ.