Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 10:40

Дарыуҙар менән ағыуланыу осрағы артҡан

Башҡортостанда ағымдағы йылдың 11 айында дарыуҙар менән ағыуланыу күрһәткесе 100 мең кешегә 10,4 кеше тәшкил иткән, ә уҙған йылдың ошо уҡ осоронда ул 10,2 кеше булған. Был хаҡта республика буйынса "Роспотребнадзор" хәбәр итә.

Дарыуҙар менән ағыуланыу осрағы артҡан
Дарыуҙар менән ағыуланыу осрағы артҡан

Бынан тыш, 2022 йылдың 11 айында төбәктә наркотиктар менән ағыуланыу күрһәткесе артҡан. Билдәләнгән осорҙа наркотик матдәләр менән ағыуланыуҙың 251 осрағы теркәлгән (2021 йылдың 31-ноябре - 185), шуларҙың 132-һе - үлемесле (2021 йылдың ноябрь-ноябре - 119).

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: