Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Декабрь 2022, 09:35

Бәләбәйҙә ҙур теплица буласаҡ

"Бәләбәй" йылдам үҫешеүсе социаль-иҡтисади биләмәһендә тағы бер резидент барлыҡҡа килде. 

Бәләбәйҙә ҙур теплица буласаҡ
Бәләбәйҙә ҙур теплица буласаҡ

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «ТК «Белебеевский» йәмғиәтен ТОСЭР резиденттары реестрына индерҙе. Компания ҡалала томат һәм ҡыяр үҫтереү буйынса теплица комплексы төҙөүгә 350 млн һум инвестиция һалырға ниәтләй. Теплицаның дөйөм майҙаны бер гектарҙан ашыу. 2026 йылға йылына 2200 тонна продукция етештереү мөмкин буласаҡ. Бында 24 эш урынын асыу күҙаллана.

Әйткәндәй, әле республикала 126 компания - ТОСЭР резиденты. Инвесторҙар йылдам үҫеш биләмәләренә ете млрд һум аҡса бүлгән, 4,8 мең яңы эш урыны булдырылған.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: