Кисә ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә министр Ленара Иванова белдереүенсә, мобилизация буйынса СВО-ға китеүселәргә һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйен 20 мең һум аҡса адресаттарына түләнеп бөтөп бара.
- Ғаризалар 6 декабрҙән ҡабул ителә башлаған, уларҙың күбеһе МФЦ аша юлланған. Кем ғариза яҙған, шуларҙың 99,9 процентына аҡса түләнгән, - тине ведомство башлығы. - Бер нисә генә кеше ҡалған.
Беләһегеҙ, Радий Хәбировтың указы буйынса раҫланған 20 мең һум төбәк түләүе мобилизацияланғандарға һәм уларҙың Башҡортостанда йәшәгән рәсми никахта тороусы ҡатындарына, бәлиғ булмаған һәм көндөҙгө бүлектә (республиканан ситтә уҡыуы ла мөмкин, тик ата-әсәһенең береһе беҙҙә теркәлеүе шарт) уҡыусы 23 йәшкә тиклемге балаларына тейеш.
белешмә телефондары:
- контакт-центр МФЦ: +7 (347) 246-55-33, +7 (927) 3333-100;
- 122 + өҫтәмә 3 (Ситуационный центр РБ)
- 8 (347) 200-80-80 күп каналлы телефоны.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.