Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2022, 09:40

Ҡышҡы каникулда "Пушкин картаһы" менән ҡайҙа барырға?

Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, карта буйынса 873 сараға инергә мөмкин. Башҡортостандың район һәм ҡалаларында был маҡсатта йөкмәткеле программа әҙерләнгән.

Ҡышҡы каникулда "Пушкин картаһы" менән ҡайҙа барырға?
Ҡышҡы каникулда "Пушкин картаһы" менән ҡайҙа барырға?

Мәҫәлән, 7 ғинуарҙа А. Мөбәрәков ис. Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Яңы йылға арналған спектакль була.

М. Кәрим ис. Милли йәштәр театрында 2, 3, 5 ғинуарҙа тамашалар ойошторола.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Щелкунчик"ты ҡарай алаһығыҙ. Ул 3 һәм 6 ғинуарҙа була.

Стәрлетамаҡта ла "Пушкин картаһы" буйынса бара торған саралар етерлек. 3 - 10 ғинуарҙа Картиналар галереяһында матур сара үтә.

4 ғинуарҙа Х. Әхмәтов ис. Башҡорт дәүләт филармонияһында классик музыка яратыусыларҙы көтәләр.

Краснокама тарихи-крайҙы өйрәнеү музыйына ла рәхим итһендәр.

3 - 8 ғинуарҙа БР Милли музейында матур күргәҙмә эшләй.

Фото һәм сығанаҡ: БР Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: