Шулай итеп, каникулда мөмкин:
- Элекке фотоларҙы сығарып ҡарарға. Күптәрҙең электрон вариантта булһа ла, фотоальбомдарҙа ла һаҡлана
- Күптән күрешмәгән алыҫ яҡта йәшәүсе туғандарығыҙ менән видеобәйләнеш ойошторорға
- Ғаилә менән бергә ултырып элек төшөргән видеоларҙы ҡарарға. Балаларға үҙҙәренең сабый сағын күреү ҡыҙыҡ буласаҡ. Бигерәк тә һеҙҙең өҫтәмә комментарийҙар менән. Өйҙә төшөрөлгәндәренән тыш, балалар баҡсаһы иртәлектәре, һеҙҙең туйығыҙ видеографияһы ла бар бит әле
- Һаҡланған видеоларҙы ҡарау менән илһамланып яңы фильм төшөрөргә: сценарий яҙырға, декорациялар әҙерләргә, ролдәр бүлешергә ғаиләгеҙҙе йәлеп итегеҙ
- Каникулдар — үҙаллылыҡ көнө үткәреү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Ата-әсәләр балалар, ә балалар атай-әсәй урынында булып ҡараһын
- Яңы йылға маҡсаттар билдәләп, уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса план төҙөргә
- Һүҙҙәр һәм башҡа өҫтәл уйындары уйнарға
- Ырыу-нәҫел ағасын төҙөргә, балаларға оло олатайҙары, өләсәйҙәре тураһында тарихтар һөйләргә
- Караоке кисәһе иғлан итеп, йыр баттлы ойошторорға
- Кино, музей, күргәҙмәләргә барырға
- Ҡышҡы тәбиғәттә фотосессия эшләргә
- Ҡар бабай, лабиринттар төҙөп, ҡар бәрешеп уйнарға
- Саф һауала ҡайнар сәй һәм бәрәмәстәр менән ҡышҡы пикник ойошторорға
- Катокка йәки тау шыуырға барырға
- Саңғы йәки ҡышҡы йүгереү ярыштарында ҡатнашырға