Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2022, 09:30

Йәштәр палатаһында кемдәр эшләр?

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы етенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһына кандидаттарҙы һайлап алыу конкурсының беренсе этабы тамамланды.

Йәштәр палатаһында кемдәр эшләр?
Йәштәр палатаһында кемдәр эшләр?

Улар сәйәси партиялар, башҡа йәмәғәт берләшмәләре, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең вәкиллекле органдары ҡарамағындағы йәштәрҙең консультатив-кәңәшләшеү органдары, Башҡортостан Республикаһы территорияһында мәғариф эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы юғары белем биреү мәғариф ойошмаларында белем алыусыларҙың вәкиллекле органдары (уларҙың структура бүлексәләре) вәкилдәре иҫәбенән һайлап алынды. Конкурс комиссияһы адресына 40-тан ашыу ғариза килде. Әммә барлыҡ ғариза ла һайлап алыу конкурсын үткәреү тәртибе тураһындағы положение талаптарына тап килмәне, тип хәбәр итәләр парламенттың матбуғат хеҙмәтенән.

Кисә, йәғни 26 декбарҙә конкурс комиссияһы ултырышы үткән. Комиссия тәҡдим ителгән документтарҙың тулылығын, ғариза ебәреүсе ойошма эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген һәм әһәмиәтлелеген, проекттың дәлилләнгән һәм һығымталарының нигеҙле булыуын, кандидаттың көнүҙәк йәмәғәт проблемаларына ҡарашын баһалаған.

Икенсе этап йомғаҡтары буйынса 25 кандидат һайлап алынған. Өсөнсө этап әңгәмә формаһында үткәреләсәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: