Документҡа ярашлы, «легковое такси», «служба заказа легкового такси», «заявитель», «заказ легкового такси», «региональный реестр перевозчиков легковых такси», «региональный реестр легковых такси», «региональный реестр служб заказа легкового такси» кеүек төшөнсәләр индерелә.
Хөкөм ителеү ваҡыты бөтмәгән йә штрафтары күп булған кешеләргә таксиҙа эшләргә рөхсәт юҡ. Таксист булыу өсөн водитель пассажир ташыусы ойошма йә шәхси эшҡыуар менән рәсми килешеү төҙөргә бурыслы. Йәки үҙмәшғүл булып та теркәлә ала.
Такси машиналарына ла талаптар яңыра. Кеше ташыусы еңел автомобилдәргә шахмат тәртибендә урынлашҡан контраст төҫлө схема элементтары ҡуйыла. Машина башында ҡыҙғылт һары фонарь ҙа булырға тейеш. Салонда иһә водитель һәм ташыусы ойошма тураһында белешмә карточкаһы тороуы мотлаҡ буласаҡ.
Әгәр ҙә такси хеҙмәтенә теге йәки был төбәктә тәүлегенә 4000 заказ булһа, ул урында вәкиллеген асырға тейеш. Компаниялар бөтә мәғлүмәтте бары тик Рәсәй серверҙарында ғына һаҡлай ала. Еңел автомобиль таксиһы рееестры барлыҡҡа киләсәк.
Агрегатор үҙмәшғүл менән бер тиң яуаплы. Мәҫәлән, үҙмәшғүл ҡатнашлығында ДТП була ҡалһа, агрегатор зыян күргән пассажирға компенсацияны үҙе түләй. Әгәр ҙә такси сервисы водитель-“нелегал”ға заказ бирә икән, унан төбәктә эшләүгә рөхсәтен аласаҡтар.
Фото: РФ Дәүләт Думаһы сайтынан.