-6 °С
Болотло
222 кеше дауахана ковидтан дауалана, шуларҙың 11-е – ауыр хәлдә, өс кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 1904 кеше өйҙә амбулатор режимда сиргә ҡаршы көрәшә. Тәүлек эсендә 385 кеше ауырыуҙан һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковидтан тағы бер кешенең үлеме теркәлгән.
Республикаға ковидҡа ҡаршы бөтәһе 3 633 348 доза вакцина алынған. 3 522 493 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән.
3 336 222 кеше тулыһынса вакциналанған. Тәүлек эсендә 4267 кеше вакцина эшләткән. Бөтәһе 978 880 кеше ревакциналанған.
Фото:Т. Аманов.