Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2022, 17:30

Екатеринбургтағы ҡот осҡос хәл...

37 йәшлек Анастасия Петрова кисә 10, 15 йәшлек улдарын һәм биш айлыҡ ҡыҙсығын һығып үлтергән. Уларға шайтан оялаған, тип...

Екатеринбургтағы ҡот осҡос хәл...
Екатеринбургтағы ҡот осҡос хәл...

Ғаилә башлығы был мәлдә өйҙә булмаған. Ғаилә бар йәһәттән дә ыңғай ҡылыҡһырланған. Фатир эсендә иконалар туп-тулы.

Күршеләре ҡурҡыныс тауыштар, туҡта, туҡта, тигәнде ишетеп, полиция саҡырырға уйлаған, әммә бер аҙҙан тауыштар тымғас, фажиғә булғандыр, тип баштарына ла индермәй, тынысланғандар.

Балаларын үлтереүе хаҡында ҡатын үҙе яҡындарына хәбәр иткән, иренә һәм туғандарына, ҡылығын аңлатып, записка яҙған. Полиция хеҙмәткәрҙәре фатирға килеп ингәндә, ҡатын балалары өҫтөндә ятҡан...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Екатеринбургтағы ҡот осҡос хәл...
Екатеринбургтағы ҡот осҡос хәл...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: