Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2022, 09:19

Былау үҙәгенә рәхим итегеҙ!

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса Салауат ҡалаһы хакимиәтенең бизнес-вәкиле күсмә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үткәрҙе.

Былау үҙәгенә рәхим итегеҙ!
Былау үҙәгенә рәхим итегеҙ!

Ҡала мэрияһының эшҡыуарлыҡ буйынса вәкиле Урал Мәғизов «Былау үҙәге» юл буйы кафеһына барҙы. Ул Салауат ҡалаһына төньяҡлап инеү юлында, Йәшел урамында урынлашҡан.

Кафела шулай уҡ урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы ла һатыла. Ташландыҡ КПМ бик матур кафеға әйләнгән. Ул әкренләп киңәйтеләсәк. Комплекс етәксеһе Андрей Ғәзиев алға ҙур план ҡуя, хеҙмәттәшлек итергә теләүсе башҡа эшҡыуарҙарҙы ла саҡыра.

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәтенән.

Былау үҙәгенә рәхим итегеҙ!
Былау үҙәгенә рәхим итегеҙ!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: