Изгелек ҡыл да һыуға һал...
Был башҡорт мәҡәле Радик Лоҡмановҡа тап килә: уның батырлығы хаҡында күптәр белмәй, ә үҙе тураһында һөйләп йөрөү уға хас түгел.
Белорет ҡалаһының Магнитогорск урамында шәхси йорттарҙа күрше йәшәгән Лоҡмановтар менән Шәрәфетдиновтар үҙ-ара бик татыуҙар. Ихлас ҡатышып, дуҫтарса аралашып йәшәйҙәр. 2021 йылдың 27 июлендә Шәрәфетдиновтарҙың өйөндә осрашып, ярты төн ауғансы һөйләшеп ултырған Лоҡмановтар һуң ғына үҙҙәренә ҡайтырға йыйына, хужалар уларҙы оҙата сыға. Ҡапҡа тышына сығыу менән Эльза кинәт ҡысҡырып ебәрә: “Славиктар яна!” Улар артынан сығып барған Рөстәм менән Радик ут-ялҡынды күргәс тә, шунда уҡ Пестеревтарҙың йорто яғына йән-фарман елдерә. Килеп еткәс, Рөстәм бар көсөнә ишеккә тибә һәм йығылып барып төшә. Радик асылған ишектән эскә – утҡа йомола.
- Ут көслөрәк ҡабынып китмәһен өсөн артымса өйҙөң ишеген яптым, - тип һөйләй Радик шул мәлде ҡабаттан хәтеренән үткәреп. – Өйҙөң бер яғы геүләп яна, өй эсендә ҡап-ҡара болот кеүек төтөн эленгәйне. Тын алырлыҡ түгел. Мин ингәндә Пестеревтар йоҡлай ине. Беренсе бүлмәгә йүгерҙем. Бүлмә ишектәренә дөбөрләттем, Славик, Снежана, тороғоҙ, янаһығыҙ, тип ҡысҡырҙым. Шунан балалар бүлмәһенә инеп, Настя, Стас, Степандың өсөһөн дә бер юлы ҡосағыма алдым да, аш бүлмәһенә барып, тәҙрәне тибеп ваттым. Был мәлдә күршеләр йыйылғайны. Тәҙрә ватыуымды ишетеп, килеп еттеләр, шуларға балаларҙы берәмләп тәҙрә аша тотторҙом да, балаларҙың ата-әсәһен ҡотҡарырға кире йүнәлдем. Снежана үҙе сыҡты. Славик төтөнгә сәсәп, иҫһеҙ ине. Уны аш бүлмәһенә ҡарай һөйрәттем. Славикты ла тәҙрә аша сығарҙым...
Минең урында барыһы ла шулай кешене ҡотҡарырға ташланыр ине, минең турала яҙырға кәрәкмәй, иң мөһиме күршеләребеҙ иҫән ҡалды, тип Радик Ғәлим улы был ваҡиға тураһында теләр-теләмәҫ кенә һөйләне, саҡҡа өгөтләп күндерелде. Халыҡ үҙ геройҙарын белергә тейеш бит! Барыһы ла Радик, Рөстәм кеүек ут эсенә батырҙарса ташланмай, бының өсөн ҡаһарман йөрәкле булыр кәрәк. Пестеревтар һаманғаса Радикка рәхмәт уҡып бөтә алмай, беҙҙе ҡотҡарғаны өсөн уға мотлаҡ награда бирергә тейештәр, тип иҫәпләй.
- Беҙ бер ни белмәй йоҡлай инек, - тип һөйләй Вячеслав Сергеевич. – Рөстәм ут ялмаған алғы ишекте тибеп емереп, Радик өйгә инеп өлгөргән. Уның ҡысҡырған тауышына ҡатыным уянып, документтарҙы ҡулына эләктергән. Мин ут ялмаған стенаға яҡын йоҡлап ятҡас, төтөнгә ағыуланып өлгөргән булғанмын. Иҫһеҙ хәлдә инем. Радик мине сығарғас, саф һауала бер аҙ иҫемә килеп, балаларҙы ҡотҡарырға тип кире өйгә инергә маташҡанмын... Радикка мәңге бурыслыбыҙ, күпме рәхмәт уҡыһаҡ та аҙ булыр. Бер юлы биш кешене үлемдән аралап алып ҡалды ул. Биш кенәме һуң?! Әсәйем, һеҙ китһәгеҙ, мин дә артығыҙҙан китер инем, һеҙҙән башҡа был тормоштоң ни йәме ҡалыр ине, тип иланы... Радик эске эштәр бүлегендә намыҫлы хеҙмәт итеп, пенсияға сыҡҡан егет. Батырлыҡ уның ҡанында. Үҙен уйламай, аяҡтары янғанына ла иғтибар итмәй, төтөнгә сәсәй-сәсәй, беҙҙе ҡотҡарыр өсөн ут эсенә һикергән. Беҙгә ғүмер бүләк иткән герой ул.
Ун ике йәшлек Анастасия, ете йәшлек Станислав, хатта өс йәшлек Степан да Радикты күргән һайын, үҙ туғанын күргәндәй ҡыуана, ти атай кеше. Настя ул төндө иҫләгәндә бик ныҡ тулҡынлана:
- Тауышҡа ҡурҡып уянып киттем, ни булды икән, тип йоҡо аралаш тороп ултырыуыма Радик ағай килеп инде лә, беҙҙе бер юлы ғына күтәреп алып сыҡты... Ныҡ ҡурҡыныс янғын булды.
Ул төндә Пестеревтарҙың ғына түгел, күрше йорт та дөрләп яна. Һуңынан тикшереү уттың күрше йорттан башланыуын күрһәтә - кемдеңдер ут төртөүе арҡаһында. Тикшереү һаманғаса тамамланмаған. Пестеревтар йортто ипотекаға алған булған, әлеге ваҡытта улар аҡса түләп, кеше фатирында йәшәргә мәжбүр, сөнки тикшереү эше бөтмәгәс, банктан страховка аҡсаһын ала алмайҙар. Ошо турала әсенеп әйткәс, Вячеслав тағы янғын булған төнгә әйләнеп ҡайтып, Радиктың батырлығын телгә ала:
- Беҙҙе Радик ҡотҡармаһа, беҙ тереләй... Ошо турала уйлаған һайын уға рәхмәт тойғоһо көсәйә. Мең йәшәһен, тибеҙ уға! Иң изге теләктәребеҙҙе гәзит аша ла еткереп, награда юллау яғын ҡараһағыҙ ине, тибеҙ. Бөтә күршеләребеҙ беҙҙе хуплай. Белорет телевидениеһы килеп, янғын тураһында сюжет эшләгәндә, күршебеҙ Сергей Соков та, улар геройҙар, улар тураһында һөйләр кәрәк, тине.
Янғын һүндереүҙә урындағы янғын һүндереү часы, комбинаттың янғын һүндереүселәре, Пестеревтарҙың күршеләре ҡатнаша. Утты күмәк көс менән һүндерәләр. Ә бит көндәр ҡоро тороу сәбәпле, уттың күҙ асып йомған арала башҡа йорттарға ла күсеүе мөмкин ине. Ләкин фажиғәгә юл ҡуймағандар.
- Радик – беҙҙең Ғәлим ағайыбыҙҙың улы, - ти Дилбәр Әхмәҙиева-Лоҡманова. – Осраҡлы ғына кешеләрҙән ишетмәһәк, уның был батырлығы тураһында белмәҫ тә инек. “Аһ” иттек. Ҡустыбыҙҙың саялығына, кешеләрҙе ҡотҡарыуына һоҡландыҡ, тере ҡалыуына ҡыуандыҡ. Бына шундай ул беҙҙең Радик ҡустыбыҙ - үҙе батыр, үҙе тыйнаҡ!
Пенсияға сыҡҡан Радик Лоҡманов әлеге ваҡытта Себерҙә вахта менән эшләп йөрөй. Ҡайҙа йөрөһә лә, гел имен-һау йөрөһөн башҡорт батыры. Ә наградаға ул һис шикһеҙ лайыҡ!
Фото: автор.