Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Декабрь 2022, 05:15

11 айҙа республикала 140 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән

Башҡортостанда ағымдағы йылдың 11 айында спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып 140 кеше вафат булған, ә уҙған йылдың ошо уҡ осоронда - 158, үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 3,5 тәшкил иткән. Был хаҡта республика буйынса "Роспотребнадзор" хәбәр итә.

11 айҙа республикала 140 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән
11 айҙа республикала 140 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән

 

Үлем осраҡтарының күбеһе Өфөлә (34), Нефтекамала (9) һәм Стәрлетамаҡта (5), шулай уҡ Өфө районында (7) теркәлгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: