Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 15:30

Юл фажиғәләре - 25 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, алты кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 25 декабрь
Юл фажиғәләре - 25 декабрь

Кисен Йәрмәкәй районының Спартак ауылы янында, Бәләбәй-Йәрмәкәй-Приют автомобиль юлының 46-сы саҡрымында, 42 йәшлек ир "ВАЗ-2110" машинаһында 33 йәшлек ирҙе бәрҙергән. Йәйәүле ауыр йәрәхәттәрҙән вафат булған. Ул ҡара кейемдә булғас, водитель уны аңғармай ҡалған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Хөрмәтле йәйәүлеләр, хәүефһеҙлек - үҙегеҙҙең ҡулда! Ҡараңғы ваҡытта йәки насар күреү шарттарында кейемдә мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в