Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 22:45

Янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған, бер кешене күршеләре алып сығып өлгөргән, ә бер кеше һәләк булған...

Бөгөн кисен, 19.46 сәғәттә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Бөрө ҡалаһынан биш ҡатлы күп фатирлы йорттоң бишенсе ҡатында төтөн сығыуы тураһында хәбәр килә. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Улар килеп еткәндә подъезд эсе лә төтөнгә тулған була.

Янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған, бер кешене күршеләре алып сығып өлгөргән, ә бер кеше һәләк булған...
Янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған, бер кешене күршеләре алып сығып өлгөргән, ә бер кеше һәләк булған...

Бишенсе ҡаттан күршеләре 1960 йылғы ирҙе алып сығып, тиҙ медицина ярҙамы бригадаһына тапшырған. Төтөн менән ағыуланған ир Бөрө үҙәк район дауаханаһы реанимацияһына оҙатылған.

Хәүефле зонанан янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусылар 15 кешене, шул иҫәптән өс баланы, алып сыҡҡан, 14 кеше үҙ аллы эвакуацияланған, шуларҙың 6-һы - балалар.

Янғынды һүндереү барышында 1967 йылғы ирҙең вафат булыуы асыҡланған...

Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Фото: web.telegram.org/k/#@mchsrb01

 

Янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған, бер кешене күршеләре алып сығып өлгөргән, ә бер кеше һәләк булған...
Янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған, бер кешене күршеләре алып сығып өлгөргән, ә бер кеше һәләк булған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в