Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 13:10

Ялыуҙар күбәйгән

Башҡортостан Башлығы Өфө янындағы ҡасаба-биҫтәләргә йөрөүсе транспорт проблемаһын хәл итергә ҡушты.

Ялыуҙар күбәйгән
Ялыуҙар күбәйгән

Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә әйтеүенсә, баш ҡала эргәһендәге тораҡ пункттарға йәмәғәт транспорты ойоштороу проблемаһына бәйле мөрәжәғәттәр ҡапыл күбәйгән.

Хөкүмәттең вице-премьеры Алан Марзаев менән транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановҡа 17 ғинуара тиклем мәсьәләне хәл итергә ҡушылды.

- Очень много жалоб идет в плане организации движения транспорта в поселки-спутники Уфы, просто завал! Я прошу за праздники изучить вопрос, 17 января жду от вас деятельных предложений. Людей это волнует, мы не дорабатываем. Жалобы идут от людей, надо понять, что происходит, - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе белдереүенсә, халыҡты ишеткән һәм уларға уңайлы шарттар булдырған пассажир ташыусы коммерция ойошмалары менән эшләйәсәкбеҙ.

БР Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 247-се, 142-се, 350-се маршруттар буйынса ялыуҙар күп булған.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: