Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә әйтеүенсә, баш ҡала эргәһендәге тораҡ пункттарға йәмәғәт транспорты ойоштороу проблемаһына бәйле мөрәжәғәттәр ҡапыл күбәйгән.
Хөкүмәттең вице-премьеры Алан Марзаев менән транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановҡа 17 ғинуара тиклем мәсьәләне хәл итергә ҡушылды.
- Очень много жалоб идет в плане организации движения транспорта в поселки-спутники Уфы, просто завал! Я прошу за праздники изучить вопрос, 17 января жду от вас деятельных предложений. Людей это волнует, мы не дорабатываем. Жалобы идут от людей, надо понять, что происходит, - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе белдереүенсә, халыҡты ишеткән һәм уларға уңайлы шарттар булдырған пассажир ташыусы коммерция ойошмалары менән эшләйәсәкбеҙ.
БР Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 247-се, 142-се, 350-се маршруттар буйынса ялыуҙар күп булған.
Фото: "Башинформ".