Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 19:35

Яңы йыл байрамдарында Өфөләге травматология пункттарының эш графигы билдәле булды

Йәрәхәтләнгән, тәне бешкән йәки туңған осраҡта Өфө халҡы Яңы йыл байрамдарында ғәҙәти режимда эшләгән травматология пункттарына мөрәжәғәт итә ала. Был хаҡта ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Яңы йыл байрамдарында Өфөләге травматология пункттарының эш графигы билдәле булды
Яңы йыл байрамдарында Өфөләге травматология пункттарының эш графигы билдәле булды

Өлкәндәр өсөн травматология пункттары 5-се дауахана (Цюрупа урамы, 84), 8-се дауахана (Максим Горький урамы, 47), 21-се дауахана (Урман п-ед, 3) һәм Өфөнөң Дим районы дауаханаһы (Хәҡиҡәт урамы, 19) адрестары буйынса урынлашҡан.

Балалар травматология пункттары Республика балалар клиник дауаханаһында (С. Кувыкин урамы, 98) һәм 17-се дауаханала (Азатлыҡ урамы, 29) урынлашҡан. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Шулай уҡ иртәнге 8-ҙән киске 10-ға тиклем 5-се (Жуков урамы, 18) һәм 4-се (Орджоникидзе урамы, 15) балалар поликлиникаларына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Күҙҙәр йәрәхәтләнгәндә 8-се ҡала дауаханаһына йәки Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына (Аврора урамы, 14) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар ҙа ғәҙәти режимда эшләйәсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: