Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 16:30

Ут һис кемде аямай...

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса (26 декабргә ҡарата), республикала йыл башынан алып 10756 янғын теркәлгән, 224 кеше, шул иҫәптән 12 бала, һәләк булған... Һуңғы ял көндәрендә генә янғындарҙа ете кешенең ғүмере ҡыйылған, дүрт кеше йәрәхәтләнгән.

Ут һис кемде аямай...
Ут һис кемде аямай...

24 декабрҙә Кушнаренко, Балаҡатай райондарында һәм Ишембай ҡалаһында 1937 һәм 1965 йылғы ҡатындар, 1958 йылғы ир вафат булған. Шишмә районында иһә ике кеше ут эсендә үлемен тапҡан... 25 декабрҙә Ҡалтасы районында - 1940 йылғы, Өфө районында 1949 йылғы ирҙәр һәләк булған.

Хөрмәтле республика халҡы һәм ҡунаҡтары! Зинһар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Ятҡан килеш тәмәке тартмағыҙ, бигерәк тә иҫерек хәлдә, йоҡлап китеүегеҙ ихтимал. Электр селтәренә көсөргәнеш төшөрмәгеҙ, тик төҙөк электр приборҙары менән генә файҙаланығыҙ. Мейес алдына тимер табаҡ ҡағығыҙ. Мейесте үтә ҡыҙыу итеп яҡмағыҙ. Янғын сыҡҡанда шунда уҡ 101 һәм 112 һандары буйынса янғын һағына хәбәр итегеҙ.

Фото: 02.mchs.gov.ru.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: