Гармуныңа ҡушылып йырлай инең,
Моңло бала булдың тыумыштан.
Афған һуғышының касафаты
Алып китте һине тормоштан...
Афған ерҙәрендә хеҙмәт иттең
Ағыулы ла һыуҙар эскәнһең,
Әле булһа иҫтәремдә
Йоҡлай алмай яфа сиккәнең.
Афған ерҙәрендә хеҙмәт иттең
Ике йылды артҡа ҡалдырып
Афған миҙалдарын тағып ҡайттың
Ярты һаулығыңды ҡалдырып.
Һин ултыртҡан алмағастар үҫә
Яндарында бешә еләге.
Балаһын юғалтҡан әсәләрҙең
Ғүмер буйы әрней йөрәге.
Айҙар улым, һин үлгәне бирле
Эштәр бармай минең ҡулыма.
Әгәр мөмкин булһа,
Сәләмәтлек бүләк итер инем улыма.
Урмандарға инһәм ел тапмайым
Яландарға сыҡһам ел-дауыл.
Эй, Хоҙайым, сабырлыҡтар бир,
Бала ҡайғылары бик ауыр.
Иртән тороп тышҡа сыҡһам
Ҡоштарым - алмағаста.
Эстәрем янмаймы минең
Тыштарым янмағас та?!
Иртән тороп һыуға барам
Баҡсам эсенән генә.
Кеше белмәй, мин әйтмәйем
Янам эсемдән генә.
Самауырҙар ҡайнай, сәйҙәр бешә
Аҡ күрнисәләрҙең эсендә.
Эскенәйем бошоп, йөрәгем яна
Тар күкрәккәйемдең эсендә.
Һаҡмар буйлап йырлап йөрөгәндә
Көй күтәрә берәү аръяҡта.
Был донъяҡайҙарҙың ғәҙеле юҡ, тип
Ултырып илап алам аулаҡта.
Һыуһап та ғына йөрөп, һыу тапманым
Һыул(ы) үҙәккәйҙәрҙә һыу бөткән.
Уйнағыҙ ҙа, туғандарым, эй, көлөгөҙ,
Был донъяны ҡыуып кем еткән?!
Һаҡмар буйҡайҙары туғай-туғай
Бер туғайы аның андыҙлыҡ.
Был донъяҡайҙарҙа шуныһы ҡыйын
Береһе - үлем, береһе - яңғыҙлыҡ.
Һауаларҙа осҡан, әй, һар микән
Тояҡҡайҙарын күргән бар микән.
Үтеп кенә барған был ғүмерҙе
Үткәрмәҫкә хәйлә бар микән?
Ишеккәйем алды, әй, бүтәгә
Ат тояҡҡайҙарын күтәрә,
Йырлағым да килеп йырламайым,
Йыр аҙыраҡ күңел күтәрә...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.