Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 15:42

Радий Хәбировтың яңы кәңәшсеһе

Башҡортостан Башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә үҙенә кәңәшсе алыуын хәбәр итте.

Радий Хәбировтың яңы кәңәшсеһе
Радий Хәбировтың яңы кәңәшсеһе

БР Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән бәйләнеш буйынса советнигы итеп Артур Йомағужин тәғәйенләнде.

- Һеҙ уны яҡшы беләһегеҙ. Тап ул Росгвардия составында беҙҙән өсөнсө ирекле батальон төҙөү башланғысы менән сыҡты, - тине Радий Хәбиров.

Һүҙ Салауат Юлаев исемендәге батальон хаҡында бара. Ир-егеттәр СВО биләмәһенә барып еткән. Артур Йомағужин иң тәү сиратта улар менән бәйләнеш буйынса эшләйәсәк.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: