Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 13:24

Радий Хәбиров ниңә министрҙы бүлдерҙе?

Бөгөнгө Республика менән идара итеү үҙәгендә оператив кәңәшмә уҙҙы. БР Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, яңы коронавирус таралыуын дауам итә.

Радий Хәбиров ниңә министрҙы бүлдерҙе?
Радий Хәбиров ниңә министрҙы бүлдерҙе?

Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты беҙҙә - 1,2, ә ил буйынса - 1,1.

Радий Хәбиров министрҙың докладын бүлеп, былай тине:

"Мине ике нәмә борсой: береһе - беренсел ярҙамды ойоштороу. Кеше поликлиникаларға шылтырата алырға тейеш. Икенсеһе - стационар ярҙам. Беҙҙә урындар етәме? Бына ошоларға иғтибар итегеҙ. Каникулда эшләгеҙ", - тине Радий Хәбиров Айрат Рәхмәтуллинға.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: