Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 20:38

Оператив хеҙмәттәр яңы йыл байрамында һәм оҙайлы ялдарҙа эшләүгә әҙер

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең ЦУР-ҙа үткән дүшәмбе кәңәшмәһендә Яңы йыл байрамы уңайынан оҙайлы ялдарҙа эшләйәсәк мөһим хеҙмәттәрҙең әҙерлеге тикшерелде.

Оператив хеҙмәттәр яңы йыл байрамында һәм оҙайлы ялдарҙа эшләүгә әҙер
Оператив хеҙмәттәр яңы йыл байрамында һәм оҙайлы ялдарҙа эшләүгә әҙер

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, поликлиникалар 31 декабрҙә һәм 1 - 8 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләйәсәк. Табипты өйгә 4-кә тиклем саҡыртырға мөмкин. "Башфармация" дарыуханалары ла эшләргә тейеш. Үрҙә телгә алған көндәрҙә һәм ваҡытта коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу мөмкинлеге лә бар. Министрлыҡтың бәйләнеш телефоны 122 (2 - өҫтәмә) 4 ғинуарҙан эшләй.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, диспетчер хеҙмәттәре, етәкселектең дежурлыҡ графигы раҫланған. Коммуналь инфраструктура объекттарында резерв булдырылған, яғыулыҡ запасы бар, 370 авария-тергеҙеү бригадаһы төҙөлгән.

Юл таҙартырға сыға торған техника ла әҙер.

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһына бушлай автобус йөрөй («Монумент Дружбы – Набережная реки Белой» – 16:00 - 22:00). Яңы йыл төнөндә лә йәмәғәт транспорты байрам майҙанынан халыҡты ташыясаҡ.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, 30 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем бөтә муниципалитетта янғынды иҫкәртеү штабтары эшләйәсәк.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: