Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 09:07

"Минең бизнесым" үҙәге филиалдарын асыуын дауам итә

Ошо көндәрҙә сираттағы бүлексә Ҡыйғы районы үҙәгендә асылды. Шулай итеп, бөгөнгә "Минең бизнесым" филиалдары республиканың 11 район һәм ҡалаһында эшләй.

"Минең бизнесым" үҙәге филиалдарын асыуын дауам итә
"Минең бизнесым" үҙәге филиалдарын асыуын дауам итә
Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Бәләбәй, Учалы ҡалаларында һәм Ҡариҙел, Саҡмағош, Үрге Ҡыйғы ауылдарында бар. Йыл аҙағынаса Белоретта ла асыласаҡ.
"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса асылған үҙәктәр бик мөһим эш башҡара.
 
Ағымдағы йылда "Минең бизнесым" үҙәге аша 9000-дән ашыу эшҡыуар кәңәш һәм ярҙам алған.

Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: