Әлеге ваҡытта 200 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала, шуларҙың алтауһы ауыр хәлдә, бер кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 1992 кеше амбулатор шарттарҙа сиргә ҡаршы көрәшә. Бөтәһе пандемия башланғандан алып 341813 кеше был ауырыуҙы йоҡторған.
Тәүлек эсендә 326 кеше был сирҙән һауығып сыҡҡан.
Республикаға ковидҡа ҡаршы бөтәһе 3 633 348 доза вакцина алынған. 3 520 241 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән.
3 334 241 кеше тулыһынса вакциналанған.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.