Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 09:44

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да банк картаһының номерын, уның CVV-кодын һәм башҡа мәғлүмәтен һорамай...

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре телефон аша махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан өҫтәмә түләүҙәр күсереү йәки, мәҫәлән, «хәрби хеҙмәткәрҙәр исемлеген төҙөү һәм хоҡуҡтарын яҡлау» өсөн уларҙың банк картаһы номерын һәм башҡа реквизиттарын биреүҙе һорай аламы?

Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да банк картаһының номерын, уның CVV-кодын һәм башҡа мәғлүмәтен һорамай...
Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да банк картаһының номерын, уның CVV-кодын һәм башҡа мәғлүмәтен һорамай...

Карта йәки банк иҫәбе мәғлүмәттәрен сит кешеләргә тапшырырға ярамай.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы йәки уларҙың вәкәләтле ойошма вәкилдәре хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына бындай үтенес менән мөрәжәғәт итмәй.
Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да банк картаһының номерын, уның CVV-кодын һәм башҡа мәғлүмәттәрен һорамай. Шулай уҡ хәрби комиссариат бер ниндәй ҙә СМС-хәбәр ебәрмәй һәм аҡса күсереү маҡсатында уны шылтыратыусыға әйтеүҙе һорамай. Бындай үтенес менән мутлашыусылар шылтыратырға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта хәрби часть хеҙмәткәре телефон аша хәрби хеҙмәткәрҙең туғандарынан билдәле бер түләүҙәр өсөн банк иҫәбенең реквизиттарын (әммә картаның номеры менән CVV-код түгел!) аныҡлап һорай ала.
Һаҡ булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: