Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Декабрь 2022, 16:07

Гуманитар ярҙам барып еткән!

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина шатлығы менән бүлешә.

Гуманитар ярҙам барып еткән!
Гуманитар ярҙам барып еткән!

Ул социаль селтәрҙә бына нимәләр яҙған:

"Башҡортостан халҡының йөрәк йылыһын ЛНР-ҙағы Красный Луч ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен йөрөткән 29-сы мәктәбе уҡыусылары һәм коллективы ҡабул итеп алды. "Луганск балаларына - Яңы йыл бүләктәре" хәйриә акцияһын Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте иғлан иткәйне. Гуманитар йөктө ойошма янындағы Ирҙәр советы рәйесе Тимерйән Рәжәпов етәкселегендәге төркөм алып барып еткерҙе һәм адресаттарға тапшырҙы. Беҙҙең мәрхәмәтлек сарабыҙға ҡушылыусыларға - оло РӘХМӘТ! Изге эшкә битараф ҡалмаусыларҙың һәр береһенә именлек һәм бәрәкәт яуһын! Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!"

Фото: vk.com

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: