“Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән гала-концертта еңеүселәр бүләкләнде.
Гран-при - Салауат дәүләт башҡорт драма театры актеры Рафаэль Ғәйнуллинда! Ул “Өс аршин ер” йырын башҡарҙы, тип хәбәр итәләр БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында.
Беренсе урынға «Йәшлек менән хушлашыу» йыры өсөн М. Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Алһыу Бәхтиева менән Морат Рафиҡовтың дуэты лайыҡ булды. Икенсе урында - ошо уҡ театрҙан “Өс ҡайын” йыры менән Лилиә Сәғитова. Өсөнсө урында - М. Кәрим ис. Милли йәштәр театры актеры Гөлсәсәк Зарипова. Ул “Ярангөл”дө йырланы.
Һайлап алыу туры 20 ноябрҙә башланғайны.
Концертта Рим Хәсәнов үҙе “Һепертмә буран” тигән яңы йырын башҡарып, тамашасыны ҡыуандырҙы.
Беләһегеҙ, Маэстро быйыл күркәм һәм олпат юбилейын билдәләне.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.