Ғафуриҙар, ғәҙәттә, алданып бармай, бик һаҡ кешеләр. Ләкин шул райондан 33 йәшлек ир нисектер муттар тоҙағына ҡапҡан. Уға "прокуратура тәфтишсеһе" шылтыратып, билдәһеҙ әҙәмдәрҙең уның иҫәбенән 100 мең һум аҡсаны урларға йыйыныуҙары хаҡында, быға юл ҡуймаҫ өсөн аҡсаларҙы "ышаныслы иҫәпкә" күсерергә кәрәклеген хәбәр иткән. Ир, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре алдамаҫ, тип уйлап, 170 мең һумға яҡын аҡсаһын муттарға "бүләк" иткән. Әллә ниндәй прокуратура кешеһе иҫәптәге аҡсаларыбыҙ менән ҡыҙығып тора, ти...
Тәүлек эсендә 11 кеше муттарҙы 5,5 миллион һумға байытҡан.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.