Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2022, 18:30

Юл фажиғәләре - 24 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ете кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 24 декабрь
Юл фажиғәләре - 24 декабрь

Иртәнсәк Иглин районы Ләмәҙ ауылы эргәһендә, Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1540-сы саҡрымында, 40 йәшлек ир, көслө ел арҡаһында "ГАЗ Sadko Next" машинаһында ҡаршы һыҙатҡа сығып, "Toyota Land Cruiser" менән бәрелешкән. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә "Toyota"ның 56 йәшлек водителе йәрәхәттәр алған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов ошоға бәйле бына ни тип яҙа: "Чтобы стабилизировать машину при резких боковых порывах ветра, надо сбросить скорость до 60-70 км/ч, при этой скорости автомобиль хорошо управляется даже на скользкой дороге. Это замедление само по себе возвращает автомобиль на прежнюю траекторию, а легкие движения рулем помогают справиться с боковым давлением ветра".

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 24 декабрь
Юл фажиғәләре - 24 декабрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: