+1 °С
Болотло
Тауыҡ түшкәһе, татлы борос, 200 г бәшмәк, 6 бүлкәт һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ, борос кәрәк.
Тәүҙә татлы боросто шаҡмаҡлап турайбыҙ. Тауыҡты һөйәгенән айырып алғас, махсус сүкеш менән һуҡҡылап йомшартабыҙ, тоҙлайбыҙ һәм борослайбыҙ. Татлы борос ҡушып ҡыҙҙырылған бәшмәкте ит йәймәһе өҫтөнә һалабыҙ. Һуңынан ваҡ ҡына итеп туралған һарымһаҡты һибеп сығабыҙ. Рулет итеп төргәс, ныҡ итеп бәйләп духовкала әҙер булғансы бешерәбеҙ.
Фото: