«Мобилизацияланған һалдаттың хәләл ефете һеҙгә яҙа. Ирем Миәкә һәм Стәрлебаш райондарының хәрби комиссариатынан хәрби операция биләмәһенә оҙатыла. 24 сентябрҙә төндә повестка килтерҙеләр һәм 26 сентябрҙә уны алып та киттеләр.
Ирем хәрби хеҙмәткә әҙерлек полигонында бер нисә көн булғандан һуң Херсон өлкәһенә оҙатыла. Шул ваҡыттан алып ул бәйләнешкә сыҡмай һәм уны бер ҡайҙа ла таба алмайҙар. Инде ике ай самаһы ваҡыт үтте. Әммә ул юҡ.
Билдәһеҙлек үҙәктәрҙе өҙә. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәм дә бер яуап: «Тынысланығыҙ, ышанығыҙ һәм көтөгөҙ!» - тигән һүҙҙәр. Мин барыһын да аңлайым, ләкин нисек тынысланырға һәм нимә көтөргә?
Шундай ауыр, балаларҙың күҙенә ҡарау, аталарының бәйләнешкә сыҡмауын нисек аңлатырға? Беҙҙең заманда ла яугирҙар хәбәрһеҙ юғала икән. Радий Фәрит улы, беҙгә зинһар ярҙам итегеҙ!”
Фото: Т. Аманов