Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2022, 17:30

Шишмә районында янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

Кисә кис Йәрми ауылында сыҡҡан янғын тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына һуң хәбәр иткәндәр, янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, ут кирбес йортто һәм гаражды тулыһынса ялмап алған булған.

Шишмә районында янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән...
Шишмә районында янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү барышында ике кешенең кәүҙәһе табылған. Янғынды һүндереүгә 28 кеше һәм 8 техника берәмеге йәлеп ителгән. Янғын сәбәбе асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.

Республикала уҙған тәүлектә 19 янғын теркәлгән, шул иҫәптән: Кушнаренко, Балаҡатай, Әлшәй райондарында - йорттар, Өфөлә - гараж, Нуриман районында - ике ҡаралты, Учалы районында һарай янған, Ишембай ҡалаһында дүрт бүлмәле фатирҙа - бүлмә, Асҡын районында бер йорттоң түбәһе һәм стеналары, Өфөлә ике бүлмәле фатирҙа һәм Туймазы ҡалаһында сауҙа залында электр сымы тоҡанып киткән. Баш ҡалала шулай уҡ бер мунсала ут сыҡҡан, берәүҙәрҙең йорт мөлкәте янған һ.б.

 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: