Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2022, 14:15

Шәмбе өмәһенә сыҡтығыҙмы?

Баш ҡала халҡы ҡар көрәргә сыҡҡан. Юҡ, уларға берәү ҙә, әйҙә, ихатаны көрәйек, коммуналь хеҙмәттәр өлгөрмәй бит, тимәгән.

Шәмбе өмәһенә сыҡтығыҙмы?
Шәмбе өмәһенә сыҡтығыҙмы?

Киреһенсә, халыҡ Өфө хакимиәтенә өмә үткәреү тәҡдимен еткергән. Көслө генә ҡар яуҙы бит, ихаталарҙа көрт барлыҡҡа килде. Йорттарҙа йәшәүселәр "коммунальщик"тарҙың килгәнен көтөп ултырмаҫ инде.

Идарасы ойошмалар өмәгә сығыусыларға кәрәкле инвентарь һәм техника биргән. Күмәк көс һәм тиҙ арала ихаталарҙағы юл таҡырланған да.

Шәмбе өмәләре Өфөнөң барлыҡ районында үткән. Ҡар-көрткә ҡаршы көрәшкә 38 мең кеше сыҡҡан.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Шәмбе өмәһенә сыҡтығыҙмы?
Шәмбе өмәһенә сыҡтығыҙмы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: