Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2022, 18:05

Ғинуар ниндәй буласаҡ?

Метеорологтар барыһын да аптыратырға булды, буғай. Көн торошон күҙаллаусы белгестәр 2023 йылдың тәүге айын яҡынса фаразлаған. Уларҙың “ихтимал-мөмкин-күҙаллана...” тигәненән сығып ҡараһаҡ, беҙҙең алда - климатик түңкәрелеш.

Ғинуар ниндәй буласаҡ?
Ғинуар ниндәй буласаҡ?

Барыһы ла ҡапыл ғына үҙгәрәсәк, имеш. Йәғни, ҡыш уртаһы булған айҙа ямғыр тамсылары ғәҙәти күренеш булыуы ихтимал, ти белгестәр.

Мәскәү тирәһендә көн торошо декабрь аҙағында уҡ боҙола. Термометр бағанаһының “плюс” күрһәтеүе бер ниндәй ҙә яҡшы нәмә түгел. Үәт, бына илдең баш ҡалаһында һәм яҡын-тирә ҡала-райондарында көндөҙгө температура +7 градусҡа етеүе мөмкин.

Урал, Себер, Алыҫ Көнсығыш та Мәскәүҙән әллә ни айырылмаҫ, моғайын. Ғинуарҙа беҙҙә лә (Башҡортостанда) ҡарҙың ирей башлауы күҙаллана. Исмаһам, ҡала балалары боҙ майҙансыҡтарында күңел асып, тау шыуып өлгөрһә ярай ҙа. Ауылдарҙа нисек тә ҡар тауы табылыр.

Ғинуарҙың иң һалҡын төнөндә -23 градус самаһы буласаҡ. Көндөҙ -7, -9 градустан да төшмәҫ, моғайын.

Был – ҡайһы бер тикшеренеүҙәргә таянып төҙөлгән фараз ғына. Көндөң нисек булырын күпкә алдан дөрөҫ күҙаллау мөмкин түгел.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: