Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Декабрь 2022, 14:27

"Хатаһын аңлап, ҡайтаһы кеше ҡайтты инде..."

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин телеграм-каналында яҙыуынса, ил парламенты депутаттары сит илгә сығып китеүселәргә һалымды арттырыу буйынса проект әҙерләй.

"Хатаһын аңлап, ҡайтаһы кеше ҡайтты инде..."
"Хатаһын аңлап, ҡайтаһы кеше ҡайтты инде..."

Һүҙ махсус хәрби операция башланғас һәм унан һуң, кире фекерен белдереп, илдән сығып китеүселәр тураһында. Ундайҙар рәтенә өлөшләтә мобилизациянан ҡасыусылар ҙа инәлер.

«Подавляющая часть общества не поддерживает их поступок — считает, что они предали свою страну, родных и близких», — тип яҙған Вячеслав Володин. 

Ҡасҡындарҙың күбеһе Рәсәй компанияларында онлайн эшләүен, льготалар менән файҙаланыуын дауам итә. Тиҙҙән уларға һалымды арттырыуҙары ихтимал. Дәүләт Думаһы спикеры шулай ғәҙел булыуын билдәләй һәм законға үҙгәреш индереү буйынса эш барыуын хәбәр итә.

Фото: РФ Дәүләт Думаһы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: