Бына ҡайҙа ул мөғжизәләр иле
Баҡалы районының Иҫке Гусев ауылында йәшәүсе Артур Исаев байрам алдынан ихатаһын ҡар һындары менән биҙәгән.
Әйткәндәй, ҡар һыны оҫтаһы “Тиҙ ярҙам”да эшләй. Шул уҡ ваҡытта ауыл тормошонда ла әүҙемлеген күрһәтә: спектаклдәрҙә ҡатнаша, ирекмәнлек менәншөғөлләнә, хаҡлы ялдағы оло кешеләргә ярҙам итә.