Ошо турала Флүзә Әхмәтйәнова бына ни тип яҙа: "Уттың һәм һыуҙың ҡойроғо юҡ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр: ялҡын яландарҙы ла, урмандарҙы ла, кешеләрҙең торлағын да аямай. Сентябрҙә Исламбай ауылында ике хужалыҡта янғын сығып китте. Ут тиҙ арала һарай, мунса, гараж һәм утынлыҡты ялмап алды.
Афәткә ҡаршы бар ауыл халҡы бергә көрәште, хатта яҡын-тирәләге ауылдарҙан да ярҙамға килгәндәр ине. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе дүрт урындан сылбырға тороп һыу ташынылар, ут күрше-тирәләге өйҙәргә күсмәһен өсөн янғын булған ерҙе уратып һөрөп сыҡтылар. Янғын һүндереүселәрҙең көсө һәм ауылдаштарҙың берҙәмлеге ярҙамында ут һүндерелде. Янғындан бөтә донъяларын булмаһа ла өйҙәрҙе һаҡлап ҡала алдыҡ. Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт!
Янғын һүндереүҙә үҙҙәрен аямай, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып йүгереп йөрөүсе ир- егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар күп булды. Айырыуса әүҙемлек күрһәткән ир-егеттәребеҙ Бирҙеғолов Ғаяз Фәйзулла улына, Мырҙағолов Артур Әнүәр улына, Айбулат һәм Ғәзим Мырҙағоловтарға, Ғәлиуллин Рамаҙан Сабирйән улына, Салимов Артур Винер улына, Хәйбуллин Рәмзил Рәил улына район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды. Янғын һүндереүҙә күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек өсөн Мырҙағолов Ғәзинур Нәғим улы һәм Ғәйнуллин Ғәзиз Ғаяз улы рәхмәт хаттары һәм «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнделәр. Афарин!
Барыбыҙ ҙа һау, бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, уяулыҡты юғалтмайыҡ! Уттан һаҡланыуҙың бер генә юлы бар – ул да булһа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү!"
Фото: https://vk.com/id423230259