Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2022, 12:15

Юл фажиғәләре - 23 декабрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Юл фажиғәләре - 23 декабрь
Юл фажиғәләре - 23 декабрь

Кисә Мишкә районында юлда ике кешенең һәләк булыуы тураһында яҙҙыҡ. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Кисен Салауат районында, Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1614-се саҡрымында, "Ман" һәм "Мерседес" йөк машиналары бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Мерседес"тың 21 йәшлек водителе һәм уның 20 йәшлек пассажиры медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Әле хәлде тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: