Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Декабрь 2022, 15:15

Янғында ҡатындың ғүмере өҙөлгән...

Кушнаренко районында сыҡҡан янғында бер кеше һәләк булған, өс кеше зыян күргән...

Янғында ҡатындың ғүмере өҙөлгән...
Янғында ҡатындың ғүмере өҙөлгән...

Бөгөн таңда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Первушино ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары ебәрелгән. Утты һүндереү барышында 1965 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табылған. Шулай уҡ 1962 йылғы ир, 1940 йылғы ҡатын һәм 2006 йылғы ҡыҙ йәрәхәтләнгән, өсөһө лә дауаханаға оҙатылған. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в